Ризалашмагыз hез уз ерегезза карак БАШКИРЫ, ВЫ НУЖНЫ НА СВОЕЙ ЗЕМЛЕ!
Башҡорттарға мөрәжәғәт!
Хөрмәтле милләттәштәр!
Ошо көндәрҙә рус-украин хәле буйынса төрлө ҡурҡыныс хәбәрҙәр килеп тора. Рәсәй халҡына яйлап ҡына Украина менән һуғышыу кәрәклеген иҫбат итергә маташалар. Был “геополитик реванш”, “тарихи ғәҙеллекте ҡайтарыу” дәғүәләре аҫтында матур һүҙҙәр менән аңлатыла, әлбиттә, ләкин бының аҫтында бары тик ниндәйҙер “бөйөк стратегтарҙың” шәхси теләктәрен үтәү генә ята.
Шул маҡсат донъяға ашһын өсөн меңәрләгән Рәсәй егеттәре үҙҙәренең һаулығын һәм ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға тейеш, йәнәһе.
Беҙҙең уйыбыҙса, ошо һуғышта ҡатнашыу беҙгә, башҡорттарға ла тәҡдим ителәсәк. Һуғышҡа саҡырыусылар Наполеонды ҡаҡшатҡан “Төньяҡ амурҙарын” иҫкә алыр, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын маҡтап, уның Донецк өлкәһендә ҡалдырған тарихи шаңын хәтерләр, беҙҙең олатайҙарҙың танктарға һәм пулеметтарға ҡаршы ҡылыстар менән һөжүм итеүен һөйләр.
Ҡәтғи рәүештә киҫәтәбеҙ: был беҙҙең һуғыш түгел! Беҙ, башҡорттар кемдеңдер геополитик теләктәре өсөн ҡан ҡойорға тейеш түгел! Беҙ быны етерлек эшләнек инде – файҙаһы булманы. Беҙ һеҙҙе ошо ике славян ҡәрҙәш халыҡ араһындағы золомда ҡатнашмаҫҡа саҡырабыҙ. Фашистарға ҡаршы булған һуғыш бөтөнләй икенсе хәл ине, бутамағыҙ!
Башҡорттар! Имперсылар пропагандаһына бирелеп, был һуғышҡа ялланып бармағыҙ. Шулай уҡ армияла хеҙмәт итеүсе башҡорт егеттәренә ошо һуғышҡа эләкмәү сараларын күрергә кәңәш итәбеҙ!
Башҡорттар ҡайҙалыр ҡан ҡойһа ла, быны тик үҙ илдәрендә эшләй ала – үҙ халҡы һәм мәнфәғәте өсөн, ләкин сит ерҙә, ят яуыздар өсөн түгел!
Башҡортом, һинең өйөң бында! Һин бында һау-сәләмәт килеш кәрәк, балаларың, ата-әсәң, ерең өсөн!
Әмин!
Башҡорт халҡының башлыҡтары һәм аҡһаҡалдары.
(Мөмкин ҡәҙәр киңерәк таратығыҙ)